+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 20:15

“Ковидҡа ҡаршы” паспорттар бирелә башлаясаҡ

Республикала COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатҡан йәки коронавирус сирен үткәргәндән һуң антиесемдәре юғары булған кешеләр 5 февралдән “ковидҡа ҡаршы” паспорт алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Республикала COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатҡан йәки коронавирус сирен үткәргәндән һуң антиесемдәре юғары булған кешеләр 5 февралдән “ковидҡа ҡаршы” паспорт алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, төп маҡсат – республикала күберәк кешене вакцинация менән солғау.
Проект асылы шунда: COVID-19-ҙан прививка яһатҡан кеше өҫтөнлөктәр һәм льготалар аласаҡ, иң мөһиме – юғары әҙерлек режимы сиктәрендә булған сикләүҙәр уға ҡағылмаясаҡ. Берҙән-бер иҫкәрмә – битлек кейеү. Был – властың федераль органдары тарафынан индерелгән норма.
“Ковидҡа ҡаршы” паспорт һанлы, QR-код рәүешендә буласаҡ. Коронавирусты үткәргән йәки прививка яһатҡан кешеләр уны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы шәхси кабинетта автоматик рәүештә аласаҡ. Кәрәк икән, QR-кодты телефондан күрһәтергә йәки ҡағыҙға баҫтырып сығарырға була.
Бындай паспортҡа эйә кешеләр йәмәғәт туҡланыуы урындарында һәм күмәк халыҡ йыйылған башҡа урындарҙа иркенләп йөрөй ала. Улар концерттарға, спектаклдәргә, спорт ярыштарына, хоккей һәм футбол матчтарына тамаша залының тулылығы буйынса билдәләнгән квотанан тыш инергә хоҡуҡлы. Бынан тыш, QR-кодты күрһәтеп, магазиндарҙа, фитнес-клубтарҙа һәм башҡа урындарҙа ташламалар һәм бонустар алырға мөмкин.
“Ковидҡа ҡаршы” паспорттың төп өҫтөнлөгө – 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирҙәре булғандарға ҡарата ғәмәлдә булған үҙизоляция режимы сикләүҙәре бөтөүе.
– Ҡыҫҡаһы, кешеләр яйлап ҡәҙимге тормошҡа ҡайта башланы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Проектта иң мөһиме – вакцинациялауҙы популярлаштырыу, сөнки беҙ унан башҡа коллектив иммунитет булдырыуға, эпидемияны еңеүгә өлгәшә алмаясаҡбыҙ.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: