Республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 22 меңдән ашып китте. 18 ғинуарға ҡарата улар 22 068 иҫәпләнә, тине Хөкүмәттең бөгөнгө кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Үткән тәүлектә вирус эләктереүселәр 166-ға күбәйгән.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 805 сырхау коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. Хәлдәре ауыр 56 сирле реанимация бүлегендә ята, 18-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. 4 527 ауырыу өйөндә дауалана.
Кисәле-бөгөнлө 48 кеше дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан бирле 16 570 яҡташыбыҙ мәкерле инфекциянан һауыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә республикала ковидтан тағы бер кеше вафат булған. Вирус арҡаһында өҙлөгөүҙәрҙән донъя ҡуйыусылар 166-ға етте.
Уҙған тәүлектә пневмония 74 сырхауҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 37.
Табиптар COVID-19-ға, дөйөм алғанда, 2,2 миллион тирәһе тест эшләгән. Тикшереүҙәр республиканың 25 лабораторияһында үткәрелә. Башҡортостан дауаханаларында йоғошло сирлеләр өсөн 6 323 урын әҙерләнгән. Әле шуларҙың 32 проценты буш. Был иһә ковид-госпиталь итеп үҙгәртелгән дауаханаларҙы яйлап ҡәҙимге эш режимына ҡайтарыу мөмкинлеген бирә. Коронавирустан өйҙә дауаланыусыларға 1 ноябрҙән алып 24 меңдән ашыу бушлай дарыуҙар йыйылмаһы тапшырылған.