+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 13:25

Алыҫ араларҙы яҡынайтып

Ханты-Мансы автономия округында йәшәүсе милләттәштәребеҙ февраль айында уҙасаҡ республика мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә әҙерләнә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, округта 36 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.

Ханты-Мансы автономия округында йәшәүсе милләттәштәребеҙ февраль айында уҙасаҡ республика мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә әҙерләнә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, округта 36 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.
Был турала урындағы ҡоролтай рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов хәбәр итә.
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыл һайын ситтә йәшәүсе милләттәштәре өсөн башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙғара башланы. Был ҡырҙа йәшәгән башҡорттар өсөн бик яҡшы күренеш тип уйлайым. Милли костюмдар, уйын ҡоралдары менән ярҙам, балаларға инструменттарҙа уйнау буйынса оҫтахана дәрестәре, уҡтан аттырыу мастер-кластары беҙҙе үҙ-ара яҡынайта ғына. Унда башҡорт ойошмалары, активистар, урындағы хакимиәт етәкселәре ҡатнаша. Үҙебеҙҙең эшебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Беҙгә урында иғтибар арта, башҡорт ойошмалары әүҙем эшләй, тигән һығымта яһай улар.
Республика мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренең төп йомғағы - урындарҙа йәнә башҡорт кластары, йәкшәмбе мәктәптәре тергеҙелә башланы. Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов әйтеүенсә, ҡырҙа йәшәгән башҡорт балаларын берҙәм система буйынса уҡытыу кәрәк. Ошоғаса белем биреүҙә берҙәм программа юҡ, уҡытыусылар үҙҙәре нимә белә, шулай дәрес бирә. Артабан Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында белем аласаҡ йәштәр туған телдәрен дә республика балалары кеүек белһен ине, тигән теләктә ҡоролтай рәйесе.
фото kulturarb.ru сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: