+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2021, 14:52

Башҡортостан мишәрҙәре хаҡында йыйынтыҡ донъя күрҙе

Башҡортостан Фәндәр академияһы “Мишари Башкортостана” тигән белешмә баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостан Фәндәр академияһы “Мишари Башкортостана” тигән белешмә баҫтырып сығарҙы. Белешмә – мишәрҙәрҙең тарихы һәм урынлашыуы, тел үҙенсәлектәре һәм арҙаҡлы вәкилдәре тураһында мәғлүмәттәр тупланған йыйынтыҡ. Башҡортостан татарҙарының байтаҡ өлөшө мишәр тамырҙарына эйә.
Башҡортостан Фәндәр Академияһы вице-президенты, тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов мишәрҙәрҙең Рәсәй тарихына, атап әйткәндә, Башҡортостан тарихына ҙур йоғонтоһон һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Мишәрҙәр әлеге Башҡортостан территорияһында документтар менән XVIII быуаттан теркәлгән. Мишәр ауылдары элек тә булған, ләкин документаль сығанаҡтар шулай ҙа XVIII быуат менән күберәк бәйле, – тине Айтуған Аҡманов. Ғалим ул дәүерҙә мишәрҙәрҙең башлыса хәрби хеҙмәт үтәүен, дәүләтебеҙ сиге киңәйеү менән уларҙың күберәк гражданлыҡ ҡатламына күсә барыуын билдәләне. 60 йыл тирәһе – XVIII быуат аҙағынан 1861 йылға тиклем мишәрҙәр һәм башҡорттар башҡорт-мишәр ғәскәре составында була.
– Беҙҙең төбәк халыҡтарының берҙәмлегенә нигеҙ тап шул ваҡытта һалына. Уртаҡ хәрби тарихыбыҙ башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең ил сиктәрен һаҡлауға йүнәлтелеүе хаҡында сағыу һөйләй, – тине Айтуған Аҡманов.
Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов Балтас районында Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторолоуын хәбәр итте.
– Йәмғиәттең, дәүләт власы органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының бурысы – кешенең үҙ милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү, – тине ул.
Өфө ҡалаһындағы “Рамаҙан” мәсете имамы Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин үҙенең нәҫелендә башҡорттар ҙа, мишәрҙәр ҙә булыуын билдәләне, был йыйынтыҡтың унда ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын, күп төп һорауҙарға (әйтәйек, тел үҙенсәлектәре хаҡында) яуап биреүе менән әһәмиәтле икәнен әйтеп үтте.
Р.Ғ. Кузеев исемендәге Этнология тикшеренеүҙәре институтының кесе ғилми хеҙмәткәре Эльвир Камалеев Башҡортостан территорияһында милли мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә йоғонто яһап, байытыуы тураһында бәйән итте. Ул, мәҫәлән, мишәрҙәрҙең һәм башҡорттарҙың туй йолаларында уртаҡлыҡтар күп булыуына туҡталды. Йәш ғалим, этнографик тикшеренеүҙәрҙе китап итеп сығарыу, интернет киңлектәрендәге майҙансыҡтарҙа тәҡдим итеү яҡшы булыр ине, тип билдәләне.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: