+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 22:35

“Урал батыр” турниры – иң яҡшыһы

“Рәсәй көс экстримы федерацияһы” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмәғәт ойошмаһы президенты Василий Грищенко “Урал батыр” көс экстримы буйынса республика асыҡ турнирын иң яҡшыһы тип таныған. Был хаҡта ул федерацияның социаль селтәрендә хәбәр итә (ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/wall-125222240_16294).

“Урал батыр” көс экстримы буйынса республика асыҡ турниры декабрь аҙағында Өфөлә, БР спорт әҙерлеге үҙәгендә республика спорт һәм сәләмәтлек декадаһы сиктәрендә үткәйне. Уны Рәсәй спортсыһы, пауэрлифтинг һәм армреслинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылда үткәрелгән “Планетаның иң көслө кешеһе” ярышы вице-чемпионы, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирында дүрт тапҡыр еңеү яулаған Эльбрус Хәмит улы Ниғмәтуллин алып барҙы.
Турнирҙа Рәсәйҙең ете төбәгенән 10 бәһлеүән ҡатнашты. Атлеттар биш төрлө ярышта көс һынашты. Һөҙөмтәләр буйынса Белгород ҡалаһынан 23 йәшлек Давид Шамей еңеү яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙа – Мәскәүҙән Максим Дворецкий менән Дмитрий Логунов.
– Был ысын мәғәнәһендә иң яҡшы турнир булды. Барыһы ла шыма барҙы. Сараға билдәле ҡунаҡтар килде. Ярыштарҙа бөтә Рәсәйҙән иң көслө стронгмендар ҡатнашты, феноменаль һөҙөмтәләр күрһәтте. Турнир уникаль, илдең иң яҡшы спорт объекты булған Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтте, – ти Эльбрус Ниғмәтуллин.
Фото социаль селтәрҙән алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: