+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 20:08

Ғүмерҙәрҙе ҡыйма, вирус!

Коронавирус республикала һуңғы тәүлектә ике ғүмерҙе өҙгән. Яһил сир ҡорбандары 163-кә етте.

Коронавирус республикала һуңғы тәүлектә ике ғүмерҙе өҙгән. Яһил сир ҡорбандары 163-кә етте.
15 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда зәһәр инфекцияны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 21 569. Аҙаҡҡы тәүлектә вирус 167 ауырыуҙа табылған.
Әле стационарҙарҙа ковидтан 826 сырхау дауалана. Ауыр хәлдәгеләре – 66, 16-һы йәшәү өсөн яһалма һулыш аппараты ярҙамында көрәшә. Сиргә ныҡ бирешмәгән 4 392 кеше өйөндә дауа ала.
Был мәкерле инфекцияны еңеп, 77 яҡташыбыҙ кисә һәм бөгөн дауахананан өйөнә ҡайтҡан. Коронавирустан йәмғеһе 16 188 кеше сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.
Үткән 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуы 302 сирлелә асыҡланған, 169 кеше, унан һауығып, стационарҙан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: