Башҡортостандың дүрт китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары Яңы йылды матур, заманса, уңайлы китапханала ҡаршыланы. Шуғалыр, байрам сараларын ойоштороуға китапханасылар ижади ҡараш менән тотонған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Саралар күңелле, сағыу үтте, тип белдерә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңы быуын китапханалары 62 байрам сараһы үткәргән, уларҙа 768 кеше ҡатнашҡан (был һанға социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә сараларҙы ҡарау инмәй).
Дүртөйлө районы китапхана системаһы директоры Е.В. Хәлиуллина проекттың мөһимлеген билдәләй.
– “Мәҙәниәт” милли проекты беҙгә ауыл халҡы көткән заманса китапхана булдырырға мөмкинлек бирҙе. Модель китапхана – китап уҡыу урыны ғына түгел, бында бөтә ғаилә менән ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә, яңы технологияларҙы өйрәнергә була, – ти ул.
Ҡандра ауыл балалар модель китапханаһында “Яңы китапханала күңелле Яңы йыл” тигән сара уҙғарылған.
– Был көндө балалар оҫталыҡ дәресендә шыршы уйынсыҡтары, ҡар бөртөктәре эшләргә өйрәнде. Ә тышта, шыршы янында, уларҙы күп төрлө конкурстар һәм уйындар көтә ине. Улар Яңы йыл йырҙары йырланы, әйлән-бәйлән уйыны ойошторолдо, – ти Туймазы районы китапхана системаһы директоры А.К. Шәйҙуллина.
Андреевка ауыл модель китапханаһы Zoom платформаһында “Ҡыш бабай эҙҙәре буйлап” квест-уйыны үткәргән. Унда “Ҡар бабайҙар” һәм “Конфетти” командалары ҡатнашҡан.
– Балалар мауыҡтырғыс эштәрҙе ҡомар менән башҡарҙы. Йыл билдәһен табыу, анаграммалар, ребустар сисеү, көйҙө, фильмды билдәләү өсөн уҡыу залында эҙләнергә, тиҙ арала яуап табырға тура килде. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, – ти Андреевка ауыл китапханаһы китапханасыһы Л.Н. Исламғолова.
“Мәҙәниәт” милли проектына 2020 йылда 1 миллиард 200 миллион һум аҡса бүленгән.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.