Билдәле режиссер 1949 йылдың 18 мартында Мәскәүҙә тыуа. Калининград механика техникумын тамамлағас, 1968 йылдан Горький исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр киностудияһында өлкән администратор булып эшләй. 1974 йылда драматург Александр Хмелик менән «Ералаш» киножурналына нигеҙ һала. Тәүҙә уның директоры, ә 1984 йылдан художество етәксеһе вазифаларын биләй. “Ҡыйыҡ” (“Крыша”), “Ноталар араһында, йәки Тантрик симфония” («Между нот, или Тантрическая симфония») фильмдары режиссеры булараҡ та билдәле ине ул.