-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 11:10

Ер участкаһы урынына - 250 мең һум аҡса

2020 йылда тейешле законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы ишле, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, бушлай ер алыу өсөн иҫәптә торғандарға ер участкаһы урынына бер тапҡыр түләнә торған 250 мең һум аҡса алыу хоҡуғы бирелде.

Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында, 2020 йылға республика бюджетынан граждандарға бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләү тураһында 200 таныҡлыҡ өсөн 50 миллион һум бүленде, тип белдерҙе.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына 200 таныҡлыҡтың 160-ы тапшырылған. Тағы 40 ғариза муниципаль берәмек хакимиәттәрендә хужаларын көтә.
Быйыл халыҡтың льготалы категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү өсөн 400 таныҡлыҡҡа 100 миллион һум ҡаралған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: