-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 21:56

“Экспорт форсажы” эшҡыуарҙарҙы көтә

Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн акселерацион программа буйынса “Экспорт форсажы” уҡыуҙарының беренсе этабы башлана. Түләүһеҙ белем биреү модулендә республиканың 11 компанияһының 24 вәкиле ҡатнаша.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн акселерацион программа буйынса “Экспорт форсажы” уҡыуҙарының беренсе этабы башлана. Түләүһеҙ белем биреү модулендә республиканың 11 компанияһының 24 вәкиле ҡатнаша.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был хаҡта БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдерә.
“Программа үҫә, эшҡыуарҙар теләп ҡатнаша. Быға тиклем 22 республика компанияһына белем бирҙек. Улар дөйөм алғанда ике миллион долларлыҡ экспорт килешеүе төҙөнө. Сиктәр ябылған мәлдә халыҡ-ара сауҙа мөмкин түгел кеүек күренә, әммә был хата фекер. Нисек, нимә һәм кемгә тауар тәҡдим итергә кәрәклеген белергә кәрәк. Шул саҡта экспорт бизнестың үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Акселерацион программа тап ошоға йүнәлтелгән”, – ти БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
“Экспорт форсажы” акселерацион программаһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото – БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: