Аҙыҡ-түлектең ҡыйбатланыуы шундай күренештәрҙең береһе булды. Рәсәй статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үткән йылда шәкәргә хаҡ 64,5 процентҡа артҡан. Шыйыҡ май, ярмалар, йомортҡа уртаса 15-26 процентҡа ҡыйбатланған. Хатта икмәк тә 7,32 процентҡа юғарыраҡ хаҡҡа һатылған.
Декабрь айында Президент Владимир Путин Хөкүмәтте аҙыҡ-түлек менән сауҙа өлкәһендәге ошо етешһеҙлек өсөн тәнҡит утына тотҡайны. Һөҙөмтәлә етештереүселәр хаҡтарҙы көйләү тураһында килешеүгә килде. Уға ярашлы, шәкәр 46 һумдан да юғары булмаҫҡа тейеш, ә көнбағыш майы – 110 һумдан. Башҡа төп ризыҡтар хаҡы ла ошо рәүешле көйләнгән. Килешеү 2021 йылдың 1 апреленә тиклем үҙ көсөндә ҡала.