+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 23:49

Грант алып, билмән етештерәләр

“Бобинский” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2018 йылда барлыҡҡа килә. Мәсетле районы пайсылары башта ит һәм ярымыҫланған колбаса етештерә. Бөгөн иһә кооператив етештергән ризыҡтарға бешерелгән колбаса, сосиска, билмән, кәтлит, фрикаделькалар өҫтәлгән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Бобинский” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2018 йылда барлыҡҡа килә. Мәсетле районы пайсылары башта ит һәм ярымыҫланған колбаса етештерә. Бөгөн иһә кооператив етештергән ризыҡтарға бешерелгән колбаса, сосиска, билмән, кәтлит, фрикаделькалар өҫтәлгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2018 йыл аҙағында кооператив урындағы хакимиәттән 500 мең һум грант ала. Был уларға ит һәм колбаса ризыҡтары ассортиментын арттырырға мөмкинлек бирә.
“Ул аҡсаға вакуумлы шприц һәм үткәрелгән итте бутай торған ҡулайлама һатып алдыҡ. Ҡорамалдар бешерелгән колбаса һәм сосиска етештереү өсөн мөмкинлек асты. Бар аҙыҡ-түлегебеҙ сертификацияланған”, – ти ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Алена Елисеева.
2019 йылда 27 тонна продукция етештерелгән.
Үткән йылда кооператив Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторолған граждандар башланғысына нигеҙләнгән килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн грант конкурсында ҡатнаша. 1,8 миллион һум грант аҡсаһына пайсылар ярымфабрикаттар өсөн ҡорамалдар ала. Хәҙер 21 пайсы берләшкән кооперативта билмән, кәтлит, фрикаделькалар ҙа етештерәләр. Уларҙы райондың сауҙа нөктәләре бик теләп ҡабул итә.
Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативында бөгөн һигеҙ кеше эшләй. Быйылға ниәт – ярымфабрикаттар етештереү менән ныҡлап шөғөлләнеү.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле Башҡортостанда 360 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән. Уларҙың 230-ы республика килем килтереүсе проекттар программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Ике йыл эсендә был программа буйынса төбәк ҡаҙнаһынан 600 миллион һум аҡса ярҙам бирелгән.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: