-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 14:23

Йыл башынан ниндәй үҙгәрештәр көтөлә

Йыл башынан Рәсәйҙең байтаҡ закондарында үҙгәрештәр көтөлә. Был йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренә ҡағыла. Уға социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағы, автомобиль йөрөтөүселәр инә.

Йыл башынан Рәсәйҙең байтаҡ закондарында үҙгәрештәр көтөлә. Был йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренә ҡағыла. Уға социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағы, автомобиль йөрөтөүселәр инә.
Ғинуарҙың тәүге көндәренән бәләкәй эш хаҡы күләме 12 792 һум буласаҡ, ә йәшәү минимумы 11 653 һумға барып етә.
Эшләмәгән хаҡлы ялдағыларҙың пенсияларының страховкалау өлөшө 6,3 процентҡа индексациялана. Ил буйынса уның уртаса күләме 17 432 һум. Эшләп йөрөгән оло йәштәгеләрҙең пенсияһы элекке күләмдә ҡала.
Тәүге балаға әсәлек капиталы - 483 881,83 һум, икенсе бала тыуһа, уға 155 550 һум өҫтәлә. Дөйөм күләм - 639 431,83 һум буласаҡ.
Башҡортостанда 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие ике тапҡырға арта. Йыл башынан уның күләме йәшәү минимумына тиңләшәсәк. Уға бөтә түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, йәшәү минимумынан да аҙыраҡ килемгә йәшәгән ғаиләләр дәғүә итә ала.
Уның ҡарауы, балалар баҡсаларына хаҡ өҫтәлә. Был туралағы ҡарарға хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. 1 ғинауарҙан ул - 151 һум, ә Өфө районында - 143, Стәрлетамаҡта - 140, Яңауыл районыныда - 131, Октябрскийҙа - 123, Дәүләкән, Учалыла - 119, Сибайҙа, Кумертауҙа 112 һум буласаҡ. Суммалар һәр төбәктә төрлөсә, райондарҙа ул сағыштырмаса түбәнерәк.
Мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу буйынса тәҡдимдәр үҙ көсөнә инә башлай. Өс йыл эсендә был ҡарар тулыһынса ғәмәлгә ашасаҡ.
Шулай уҡ йыл башынан төбәктәрҙә түләүле айнытҡыстар барлыҡҡа килә. Тәмәкеселәргә медицина учреждениеларында, сауҙа һәм склад бүлмәләрендә тартыу тыйыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: