+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 11:52

Республика сәнғәте өсөн ауыр юғалтыу

Салауат театры ауыр юғалтыу кисерҙе. 48 йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев көтмәгәндә арабыҙҙан китте.

Салауат театры ауыр юғалтыу кисерҙе. 48 йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев көтмәгәндә арабыҙҙан китте.
Риза Мәһәҙиев 1972 йылда Ишембай районының Ибрай ауылында тыуып үҫкән. Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Ул Салауат театрының бик күп спектаклдәрендә уйнаған билдәле актер ине. Тамашасылар уны "Беренсе республика" фильмы буйынса ла хәтерләй.
Риза Мәһәҙиевтың вафаты бөтә сәнғәт һөйөүселәрҙе шаңҡытты. Социаль селтәрҙәрҙә уның актер ғына түгел, матур, моңло тауышлы йырсы булыуын һәм бик иртә китеүенә үкенес белдерәләр. Һуңғы айҙарҙа театрҙарыбыҙ бик күп юғалтыуҙар кисерҙе. Ҡыҙғаныс, йәш, һәләтле шәхестәр арабыҙҙан китте...
Актер Риза Мәһәҙиев менән хушлашыу 13 ғинуарҙа Салауат театры бинаһында үтәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: