+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 19:42

Пневмония менән сирләүселәр артҡан

Республикала үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәр ҡырҡа артҡан. Һуңғы тәүлектә пневмония 321 ауырыуҙа асыҡланған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 13 ғинуарға ҡарата республикала COVID-19 вирусы 167 ауырыуҙа раҫланған. Хәҙер сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 21 235.
Бөгөнгө көндә стационарҙа 737 сырхау мәкерле вирусҡа ҡаршы дауалана. 74-е ауыр хәлдә, 14-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор дауаланыусылар – 4 336.
Пандемия башланғандан бирле яңы инфекциянан 16 001 кеше һауыҡҡан. Тәүлек эсендә сәләмәтләнеүселәр – 149.
Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙан өҙлөгөп, тағы ике ауырыу вафат булған.
Республикала үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәрҙең ҡырҡа артыуы борсолоу тыуҙыра. Өсөнсө көн пневмония – 175, кисә – 245, һуңғы тәүлектә 321 ауырыуҙа асыҡланған. Унан дауаланыусы 168 кеше, шәпләнеп, дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: