+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 20:37

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға документтар ҡабул ителә

Башҡортостан Башлығы эргәһендәге балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте һәм сәнғәте өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһын тапшырыу буйынса комиссия премияға дәғүә итеүселәрҙән эштәр ҡабул итә башланы. Ул 2021 йылдың 11 февраленә тиклем бара.

Конкурсҡа йыл арауығында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған айырым китап, матбуғатта баҫылған йәки башҡа төрлө юл менән киң даирә уҡыусыларға сығарылған ҡулъяҙмалар ҡабул ителә.
Комиссия ҡарамағына тапшырылған эштәр исемлеге киң мәғлүмәт сараларында баҫыласаҡ.
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы ике йылға бер тапҡыр тапшырыла һәм ул әҙәбиәт, сәнғәт ярҙамында үҫеп килгән быуынға рухи-әҡләҡи, патриотик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индергән ижадсыға бирелә.
Премияға дәғүә итеүселәрҙән документтар: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, БР Мәҙәниәт министрлығы бинаһында, 23-се кабинетта ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон һандары: 280-87-75
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: