+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 12:29

Байрамдар күңелле үткән

Республикала Яңы йыл саралары хаҡында барлыҡ мәғлүмәтте туплаған “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталын каникул мәлендә 17 меңдән ашыу кеше ҡараған.

Республикала Яңы йыл саралары хаҡында барлыҡ мәғлүмәтте туплаған “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталын каникул мәлендә 17 меңдән ашыу кеше ҡараған.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.
Сараларҙың бер өлөшө онлайн форматта үткән, уларҙы 115 мең кеше ҡараған. Байрам майҙандарында иһә ойоштороусылар һәм министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре санитар-эпидемиологик нормаларҙың теүәл үтәлеүен күҙәтеү аҫтында тотҡан.
Алыҫ ауылдарҙа мобиль автоклубтар ҡулланылған. Күп муниципалитеттарҙа үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы саралар үткәрелгән. Быларға быйма кейеп йүгереү, иң үҙенсәлекле санаға конкурс, туған телдә ҡотлау көнөн индереп була. 31 муниципалитетта барлыҡ байрам саралары ла тик асыҡ һауала ойошторолған.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовҡа Радий Хәбиров йәштәр турнирҙарынан коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе ала башларға, ярыштарҙы күберәк ойошторорға ҡушты.
Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов республикала Яңы йыл каникулы көндәрендә байтаҡ күңел асыу сараһы үҙғарылыуын хәбәр итте. Ҡыш бабайҙар, Ҡарһылыуҙар парадтары, карнавал костюмдары конкурсы һәм башҡалар. Дәүләт комитеты сараларҙа күпме кеше ҡатнашҡанын иҫәпләү өсөн программа әҙерләү өҫтөндә эшләй.
– Туризм өлкәһендә хәлдәрҙе күреү өсөн программа, әлбиттә, кәрәк. Был мәғлүмәттәр беҙгә артабан туризмды үҫтереү өсөн ярҙам итер, – тине Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: