Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө. Байрам баҫма, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә, был тармаҡта эшләгән башҡа һөнәр эйәләренә ҡағыла.
Башҡортостанда хәҙерге көндә көн һайын республика тормошон яҡтыртҡан дәүләт һәм шәхси гәзит-журналдар, теле-радиостудиялар, интернет баҫмалар бар. Тармаҡта меңәрләгән кеше эшләй. "Башҡортостан ҡыҙы" журналы редакцияһы ла Яңы 2021 йылға ҙур өмөттәр бағлай һәм, баҫмабыҙ киләсәктә лә донъя күрер, тоғро дуҫтарын ҡыуандырып торор, тип ышана.