Өфөләге Салауат Юлаев проспекты менән Әхмәтзәки Вәлиди урамы киҫелешкән урындағы юл үткәргес төҙөкләндереү өсөн ябылыуға бәйле автотранспорт хәрәкәте үҙгәрҙе. “Үҙәк”тән Дуҫлыҡ монументына Яр буйы урамы буйлап барырға мөмкин.
“Торатау” конгресс-холы эргәһендә Генерал-губернатор Перовский урамынан Яр буйы урамына төшөргә, йылға буйлап Дуҫлыҡ монументына ҡәҙәр барып етергә, шуны уҡ кире йүнәлештә ҡабатларға була, тип белдерә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында юл үткәргесте төҙөкләндереүгә арналған махсус бүлек булдырылған. Унда бар көнүҙәк мәғлүмәт, схемалар, урап үтеү варианттары йыйылған.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.