Башҡортостанда әлеге мәлдә коронавирус менән ауырыусы 614 кеше стационарҙа ята. Ауыр хәлдәгеләр артҡан – улар 58 (кисә 42 ине), 12 сырхау – яһалма һулыш аппаратында. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 4 443.
Пандемия башланғандан бирле COVID-19 вирусы 21 068 ауырыуҙа асыҡланған. Тәүлек эсендә 167 сырхау өҫтәлгән.
Кисә һәм бөгөн зәһәр сирҙән ҡотолған 286 кеше дауахананан сыҡҡан. Сир тарала башлағандан бирле һауығыусылар – 15 852.
Үкенескә күрә, афәтле вирустан тағы ике ауырыу вафат булған. Уның ҡорбандары хәҙер 159-ға етте.
Кисә пневмония менән сирләүселәрҙең аҙайыуына (175 инеләр) шатланып та өлгөрмәнек, аҙаҡҡы тәүлектә улар һаны тағы күбәйгән – 245. Һуңғы 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуынан 210 кеше сәләмәтләнгән.