-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 21:47

Сикте үткәндәр

Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына йәлеп ителгән предприятиелар һаны буйынса 2021 йылға ҡуйылған сикте үткән. Был хаҡта БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #производительностьтруда

Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына йәлеп ителгән предприятиелар һаны буйынса 2021 йылға ҡуйылған сикте үткән. Был хаҡта БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #производительностьтруда
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә федераль компетенциялар үҙәге планына ярашлы 2021 йылда милли проектҡа Башҡортостандың 90 предприятиеһын йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылғайны. Әммә 2020 йылда беҙ ҡуйылған күрһәткесте 37,6 процентҡа арттырып үтәнек, әле милли проектта ҡатнашыусылар араһында республикабыҙҙан 106 предприятие иҫәпләнә”, – тип билдәләй Айрат Фәхретдинов.
2024 йылға тиклем хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проектҡа Башҡортостандың 150 предприятиеһын йәлеп итеү ниәтләнә.
“Быйыл милли проект буйынса ҡайһы бер үҙгәрештәр көтөлә. Уның исеме ҡыҫҡарып, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” булып ҡала. Милли проект ике блоктан торасаҡ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса системалы саралар” һәм “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға адреслы ярҙам”. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары урынына милли проектҡа сауҙа предприятиелары инә ала“, – тип аныҡлыҡ индерә БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының мәғлүмәт биреү секторы етәксеһе Лилиә Сафина.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в