+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 11:15

Өс яҡлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе

Кисә Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин, Әзербайжан Президенты Илһам Әлиев һәм Әрмәнстан премьер-министры Никола Пашинян ҡатнашлығында өс яҡлы һөйләшеүҙәр үтте.

Кисә Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин, Әзербайжан Президенты Илһам Әлиев һәм Әрмәнстан премьер-министры Никола Пашинян ҡатнашлығында өс яҡлы һөйләшеүҙәр үтте.
Уның һөҙөмтәһенә ярашлы Таулы Ҡарабахты үҫтереү буйынса өс илдең вице-премьерҙары етәкләгән эш төркөмө булдырыла. Төркөмдөң тәүге ултырышы 30 ғинуарға тиклем үтергә тейеш. Артабан юғары кимәлдә төбәктең үҫеш планын ҡабул итеү һәм уны ғәмәлгә ашырыу өсөн саралар һәм кәрәкле ресурстар күләмен раҫлау ҡарала.
Киң мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, һөйләшеүҙәр дүрт сәғәткә яҡын барған. Осрашыуҙың инициаторы булып Рәсәй Президенты Владимир Путин тора, тип хәбәр иткәйнек инде.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: