-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 11:15

Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡты арттырыу ҡарала

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәт кәңәшмәһендә сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙе арттырырға кәрәклеге тураһында белдерҙе.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәт кәңәшмәһендә сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙе арттырырға кәрәклеге тураһында белдерҙе.
2019 йылдың ғинуарынан республикала әлеге коммуналь хеҙмәт өсөн граждандарға берҙәм билдәләнгән хаҡ индерелгәйне. 2020 йылдың 1 сентябренән ул күтәрелде. Элек бер кешегә 70 һум түләгәндәр өсөн хаҡ 5 һумға артты, хәҙер ул айына – 75 һум, элек 35 һум түләгәндәр өсөн 20 һумға ҡиммәтләнде, бер кешегә – 55 һум. Сумма 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тораҡ пункттан сүп-сар сығарыуға йәки сығармауға ҡарап билдәләнгән.
Яйлап республикала сүп-сар сығарыу өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының биш зона өсөн билдәләгән күләмгә тиклем арттырыла.
«Спецавтохозяйство» предприятиеһы эшмәкәрлеге зонаһында (1-се зона) ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн хаҡ күп фатирлы йортта – 75 һум, шәхси өйҙә 76 һумға тиклем була.
«Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторының 2-се зонаһында түләү күп фатирлы йортта — 96 һум, шәхси йортта — 97 һум.
«Экосити» төбәк операторының 3-сө зонаһында хаҡ күп фатирлы йортта — 94 һум, шәхси өйҙә — 96 һум.
4-се зонала («Экология Т» төбәк операторы) түләү күп фатирлы йортта — 95 һум, шәхси йортта— 96 һум
4+ зонала («Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторы) күп фатирлы йортта хаҡ — 104 һум, шәхси өйҙә — 106 һум.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы материалдарына таянып яҙылды.
Читайте нас: