-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 15:03

Коронавирустан вакцинациялау дауам итә

Коллектив иммунитет булһын өсөн, республикала 2 миллиондан ашыуға кешегә прививка эшләү мөһим.

Башҡортостанда COVID-19-ҙан вакцинациялау дауам итә. Ошо көндәрҙә мәғариф министры Айбулат Хажин һәм һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин коронавирустан прививка яһатҡан. Быға тиклем республика Башлығы Радий Хәбиров та вакцина эшләтеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Тиҙҙән республикаға 1 миллион доза вакцина килергә тейеш. Коллектив иммунитет булһын өсөн, төбәгебеҙҙә 2 миллиондан ашыуға кешегә прививка эшләү мөһим, тип билдәләнә. Әле Башҡортостанда вакцинациялау буйынса 39 пункт ойошторолған. Беренсе сиратта прививка уҡытыусыларға, медиктарға, социаль хеҙмәткәрҙәргә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә һәм волонтерҙарға яһала.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: