+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 18:57

Халыҡ артисына арналған баҫма

Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев хаҡында китап- альбом донъя күрҙе. “Таштуғайҙың ике батыры: Хөрмәтулла Үтәшев. Тормошо һәм ижад юлы” тигән баҫманың төҙөүселәре театрҙың әҙәбиәт бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова һәм нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.

Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев хаҡында китап- альбом донъя күрҙе. “Таштуғайҙың ике батыры: Хөрмәтулла Үтәшев. Тормошо һәм ижад юлы” тигән баҫманың төҙөүселәре театрҙың әҙәбиәт бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова һәм нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.
Китап- альбом актер хаҡында ике телдә яҙылған төрлө йылдарҙағы мәҡәләләр һәм сағыу фотоларҙан тора. Улар төрлө тематика буйынса бүлемдәрҙә урын алған.
«Сибәр, фактуралы, оҙон буйлы артист герой- романтиктарҙы ғына уйнарға тейеш һымаҡ ине. Әммә Хөрмәтулла Ғаззали улы үҙен төрлө пландағы, киң диапазонлы артист итеп күрһәтә алды”,- тип яҙалар авторҙар уның хаҡында.
Китап бер- нисә бүлемдән тора, уның бер өлөшө актерҙың ижады, уйнаған ролдәре хаҡында бәйән итһә, икенсе өлөшө тыуған бишеге- Хәйбулла яғы хаҡында, ә ҡалған бүлектәр Хөрмәтулла Үтәшевтың хәтерләүҙәренә ҡоролған.
Халыҡ артисына арналған китап- альбомдың исем туйы Өфөлә һәм Хәйбулла районында үтәсәк тип күҙаллана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: