Бөгөн Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙна аҙағына тиклем республикала йылытыу өсөн түләүгә бәйле хәлгә тулы асыҡлыҡ индерергә ҡушты. «Инцидент менеджмент» системаһы аша республика халҡынан меңәрләгән мөрәжәғәт килгән. Уларҙа - декабрь өсөн түләүҙе "БашРТС" ЯСЙ, төрлө баһалар буйынса, 30-70 процентҡа арттырып ебәреүе тураһында ялыу.