+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 11:56

Юлда һаҡ булығыҙ

Көслө ҡар яуыуы, юлдарға боҙлауыҡ һалыуы автомобиль йөрөтөүселәр һәм уларҙың пассажирҙары өсөн хәүефле осорға әйләнә. Айырыуса байрам көндәре тамамланыуға ҡарай юлға сығыусылар һаны күбәйҙе. Ҡыҙғанысҡа, уҙған ял көндәрендә ике фажиғәле осраҡ теркәлде.

Көслө ҡар яуыуы, юлдарға боҙлауыҡ һалыуы автомобиль йөрөтөүселәр һәм уларҙың пассажирҙары өсөн хәүефле осорға әйләнә. Айырыуса байрам көндәре тамамланыуға ҡарай юлға сығыусылар һаны күбәйҙе. Ҡыҙғанысҡа, уҙған ял көндәрендә ике фажиғәле осраҡ теркәлде.
Салауат районы биләмәләрендә Кропачево-Мәсәғүт-Ачит автомобиль юлында ике микроавтобус бәрелешкән. Унда ике яҡтан да пассажирҙар ҡазаланған, башта бер ҡатын һәм 6 йәшлек баланың вафаты хәбәр ителгәйне, һуңынан һәләк булыусыларҙың 2007 һәм 2014 се йылғы ике бала булыуы асыҡланды. Шулай уҡ тағы ике бала ауыр хәлдә реанимация бүлегенә эләгә, 7 пассажирға медицина ярҙамы кәрәк була.
Ике микроавтобустың салонында барлығы 36 кеше була. Автобус водителдәренең береһе билдәләүенсә, аварияға билдәһеҙ еңел машина ғәйепле. Ҡайҙандыр килеп сыҡҡан автомобилгә төкөргә теләмәгән автобус юлдан тайшана һәм ҡаршы килеүсе "Өфө-Оло Ыҡтамаҡ-Өфө" газеленә бәрелә.
Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, белгестәр был версияны раҫламаған.
9 ғинуар көнө Өфө-Ырымбур юлындағы фажиғә бер юлы ике баланың һәм бер ҡатындың ғүмерен өҙгән. Ике автомобиль бәрелешеүе арҡаһында өс бала әсәйһеҙ ҡала, ә бер ғаилә ике сабыйын юғалта
Юл хәрәкәте хәүефлеҙлеге дәүләт инспекцияһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, яңы йыл башланырға ла өлгөрмәне, юлда биш, шул иҫәптән 4 бала һәләк булған, 26 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: