+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 20:19

Йәш йырсыға юғары исем

Беренсе каналда туғыҙынсы "Тауыш" проектында еңеүсе булған яҡташыбыҙ, Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсоваға "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән исем бирелде. Йырсыға юғары награданы Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырған.

Ошоға тиклем тауыш проектының еңеүселәре иҫәбендә Татарстан вәкилдәре, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йәш башҡарыусылар бар ине. Башҡортостандан Яна Ғәббәсоваға тиклем дә ҡатнашыусылар булды, әммә улар финалға ла үтә алманылар. Ә Яна бөтә кәртәләрҙе уңышлы үтеп финалға барып етте һәм Рәсәйҙең иң яҡшы тауышлы йырсыһы тигән исемгә лайыҡ булды.
Шуны да билдәләргә кәрәк, ярым финал һәм финалға йәш йырсы тамағы ауыртҡан көйө сығырға мәжбүр була. Проект тамамланғас та Яна дауаланыу курсы башлаған.
Яна Ғәббәсова йырсы булараҡ Нефтекама ҡалаһында таныла, хәҙер ул Мәскәү колледждарының береһендә, вокал бүлегендә белем ала. Яна республиканың юғары наградаһына лайыҡ булған иң йәш йырсыларҙың береһе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: