+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 22:03

Табиптарға рәхмәт яуҙы

Бөгөн Бөтә донъя рәхмәт көнө билдәләнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы был көндә “БР медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт” акцияһы үткәрҙе. Республика халҡы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә #спасибомедикамрб хештегын ҡуйып, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен еткерҙе, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бөгөн Бөтә донъя рәхмәт көнө билдәләнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы был көндә “БР медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт” акцияһы үткәрҙе. Республика халҡы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә #спасибомедикамрб хештегын ҡуйып, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен еткерҙе, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Халыҡ-ара рәхмәт көнөндә Өфө ҡалаһы Ленин районының 44-се поликлиникаһында процедура кабинеты шәфҡәт туташы булып эшләгән Ғәлләмова Светлана Эрнест ҡыҙына ихлас рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә теләйем. Үҙ эшенең оҫтаһы 20 йылдан ашыу инде халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Пациенттар күңеленә юл таба белә. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!” – тип яҙа Александра Кондукторова.
Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе уҡыусылары былай тип яҙа: “Хөрмәтле Лилиә Рәшит ҡыҙы һәм барлыҡ аҡ халатлылар! Һөнәри оҫталығығыҙ, ярҙамығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн рәзмәт! Үҙ эшен белгән, оҫта һәм талантлы, битараф булмаған кешеләрҙең тап ошонда эшләүе ҙур бәхет. Һеҙҙең сабырлығығыҙ, кеше хәленә инә белеүегеҙ, хәстәрлегегеҙ, иғтибарлы һәм изге күңелле булыуығыҙ медицина процедураларына ҡарағанда яҡшыраҡ дауалай. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Эшегеҙҙән ләззәт алып йәшәгеҙ, бар теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!”
COVID-19 менән көрәшкән медицина әһелдәренә йәш рәссамдар бик күп һүрәттәр арнаған. Мәҫәлән, Дүртөйлө ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлегенең социаль реабилитация төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр, акцияға ҡушылып, һүрәттәрен Ағиҙел ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
Бөтә донъя рәхмәт көнөндә Әлшәй үҙәк китапханаһының балалар китапханаһы бәләкәстәр менән Корней Чуковскийҙың “Айболит” шиғыры буйынса мультфильм төшөргән.
Ҡариҙел район мәҙәниәт һарайының ижади коллективы медицина хеҙмәткәрҙәренә концерт күрһәткән. Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә табиптар һәм пациенттар өсөн популяр йырҙар яңғыраған. Артистар шулай табиптарҙың ауыр хеҙмәтенә рәхмәт белдергән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: