+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 19:08

Тағы бер башҡорт ғаиләһе тыуҙы

Маҡсатлы, алға ҡарап йәшәгән йәштәр төрлө алама ғәҙәттәргә ҡарағанда, белем туплау, уҡыу, бөгөнгө заман биргән мөмкинлектәрҙе киң файҙаланыуҙы хуп күрә, матур ғаиләгә нигеҙ һала, асылда иһә рухлы, ысын башҡорт ғаиләһен дә улар булдыра.

Маҡсатлы, алға ҡарап йәшәгән йәштәр төрлө алама ғәҙәттәргә ҡарағанда, белем туплау, уҡыу, бөгөнгө заман биргән мөмкинлектәрҙе киң файҙаланыуҙы хуп күрә, матур ғаиләгә нигеҙ һала, асылда иһә рухлы, ысын башҡорт ғаиләһен дә улар булдыра.
Шундай егеттәребеҙҙең береһе, йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың грант конкурстарын биш тапҡыр еңеүсе, төрлө проекттар авторы, тыуған ауылын үҫтереү маҡсатында, Баймаҡ районында "Ямаш" автономлы, коммерция булмаған ойошма асыусы Байрас Азаматов атлы егет тә ошо көндәрҙә эйәле башлы булды. Үҙенең фекерҙәше, дуҫы, Әбйәлил ҡыҙы Айзилә Мөлөкова менән сәстәрен- сәскә бәйләне улар.
Йәштәр үҙҙәренең бәхетле мәлдәрен кәләштең тыуған яғы, Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылындағы тәбиғәт фонында төшкән фотола сағылдырған. Ике урамлы бәләкәй генә ауылда әле мәсет төҙөлә. Изге йорттоң яңы бинаһында Азаматовтарға тәүге никах уҡыла. Ҡыш миҙгеленең ап- аҡ ҡарындай саф мөхәббәт теләгән,яңы тыуған башҡорт ғаиләһен никах туйҙары менән ҡотлаусы сәләмдәр бөтә республиканан килә. Сөнки Байрас менән Айзилә Башҡортостан йәштәре тормошонда ла бик әүҙем ҡатнашҡан кешеләр, улар башланғысы менән төбәктәрҙә төрлө саралар, проекттар тормошҡа ашырылды.
Йәштәр әле икеһе лә Мәскәүҙең милли тикшеренеүҙәр университетының Юғары иҡтисад мәктәбендә, магистратурала белем ала һәм бер юлы эшләп тә йөрөй. Айзиләнең диплом эше демография проблемаларына арналған, кәләш быйыл дипломлы буласаҡ. Байрас беренсе курсты тамамлай ғына.
-Мәскәүҙә, беҙгә билдәһеҙ һәм тотороҡһоҙ тормошта йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ҡайһы берҙә күңелде рухи бушлыҡ солғап ала. Был һиңә Өфө түгел. Әммә башланған эш- бөткән эш. Уҡыйбыҙ һәм эшләйбеҙ,- тип яҙғайны кейәү кеше үҙенең сәхифәһенә.
Йәштәр уҡыуҙы тамамлағас, мотлаҡ тыуған яҡтарына ҡайтып йәшәргә һәм эшләргә хыяллана. Байрас Азаматов әйтеүенсә, улар республика менән бәйләнеште өҙмәй.
- Онлайн форматта башҡортса дебаттар ойошторҙоҡ. Республика, район һәм ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнашып торабыҙ. Туйыбыҙ йәй айҙарында үтәсәк,- тип фекерҙәре менән бүлеште Азаматовтар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: