Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин, Әзербайжан Президенты Илһам Әлиев һәм Әрмәнстан премьер-министры Никола Пашинян ҡатнашлығында өс яҡлы һөйләшеүҙәр үтә, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Осрашыуҙың инициаторы булып Рәсәй яғы тора. Билдәле булыуынса, Таулы Ҡарабахта һуғышты туҡтатыу тураһында килешеүгә 2020 йылдың 10 ноябрендә ҡул ҡуйылғайны. Мөһим был документҡа ҡул ҡуйған өс ил лидеры бөгөн килешеүҙең үтәлеше буйынса фекер алышасаҡ һәм ҡыҙыу төбәктәге проблемаларҙы хәл итеү мәсьәләһен ҡараясаҡ, тип белдерәләр Кремелдән.
Шулай уҡ Владимир Путин менән Илһам Әлиев һәм Никола Пашинян араһындай айырым күҙгә-күҙ осрашыуҙар ҙа ҡарала икән.