Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәрҙе хәбәр итә. 11 ғинуарға ҡарата республикала COVID-19-ҙы йоҡтороусылар 20 901-гә еткән. Кисәле-бөгөнлө 165 ауырыу өҫтәлгән.
4 526 яҡташыбыҙ инфекциянан өйөндә дауаланһа, 652 сырхау дауаханала ята. Ауыр хәлдәгеләр көн дә кәмей бара – улар әле 42.
Аҙаҡҡы тәүлектә яуыз вирусты еңеп, стационарҙан сығыусылар – 86. Пандемия башынан барлығы 15 566 кеше сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.
Уҙған тәүлектә COVID-19 йәнә ике ауырыуҙың ғүмерен өҙгән. Республикала унан вафат булыусылар 157 булып китте.
Пневмония менән сирләүселәрҙең аҡрынлап аҙайыуы был сирҙең сигенә башлаясағына өмөт уята: үткән тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы 175 ауырыуҙа асыҡланған (кисә 181 ине), 141 кеше унан һауыҡҡан.