+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 13:34

Үҙенсәлекле ҡатын-ҡыҙ мэр эшенән китә

Якутск тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ мэр, хакимиәт эшенә яңыса эш алымдары индергән Сардана Авксентьева һаулығы ҡаҡшау сәбәпле отставкаға китә.

Якутск тарихында тәүге ҡатын- ҡыҙ мэр, хакимиәт эшенә яңыса эш алымдары индергән Сардана Авксентьева һаулығы ҡаҡшау сәбәпле отставкаға китә.
Сардана Авксентьева 2018 йылдың сентябрь айында был вазифаға һайлана. Эшкә килгәс тә ул тәү сиратта үҙенең хакимиәтенә булған сығымдарҙы ҡыҫҡарта, 2020 йылғы бюджетты тулыландырыу иҫәбенән мэрия бинаһын һатып, етәкселәрҙе ҡаланан ситкә сығара. Шулай уҡ экономия маҡсатынан бөтә чиновниктарҙы ла йәмәғәт транспортына күсереүҙе планлаштыра.
Сардананың эшләү алымдарын бөтә ил күҙәтте. Ләкин йыл башында ул һаулығы ҡаҡшау сәбәпле мэриянан китеүен белдергән. Яҡындары билдәләүенсә, Сардана Авксентьева йөрәк менән яфалана. Уға оҙаҡламай операция яһаясаҡтар.
- Мин власҡа ла, вазифаға ла йәбешеп ятманым. Шуға күрә үҙемдең ҡарарҙарымды бер кемдән дә ҡурҡмай-өркмәй, ирекле ҡабул иттем, - тигән ҡатын-ҡыҙ етәксе.
фото Вести-Ямал ру сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: