+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 15:37

16 мең саҡрым юл төҙөлгән

2020 йылда Рәсәй төбәктәрендә милли проект буйынса 16 мең саҡрым юл йүнәтелгән, реконструкцияланған, төҙөлгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2020 йылда Рәсәй төбәктәрендә милли проект буйынса 16 мең саҡрым юл йүнәтелгән, реконструкцияланған, төҙөлгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡатмарлы хәлдәргә ҡарамаҫтан, юл эштәре туҡталманы, киреһенсә, күп төбәктәрҙә алдан тамамланды, тип белдерә “ИНФОРМАВТОДОР” автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге федераль дәүләт бюджет учреждениеһының матбуғат хеҙмәте.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ингән “Юл селтәре” федераль проекты сиктәрендә ете мең объектта эштәр алып барылған. 145 миллион квадрат метр юл япмаһы ипкә килтерелгән. “Юл селтәре” федераль проектына 300 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уның 134 миллиард һумы – федераль ярҙам, 172,5 миллиард һумы – төбәктәр юл фондтары аҡсаһы.
Төп маҡсат – халыҡтың йәшәү сифатын арттырыу, шуға ла төбәктәр социаль әһәмиәтле объекттар – медицина учреждениелары, мәктәптәр, балалар баҡсалары – янындағы юлдарға айырым иғтибар бүлде, ти “ИНФОРМАВТОДОР” мәғлүмәт үҙәгенең интернет-проекттар бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ирина Минина.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә 2,6 мең светофор, 150 мең юл билдәһе ҡуйылған.
Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү урамы” патриотик кампанияһы сиктәрендә лә юл эштәре тамамланған.
Фото – “ИНФОРМАВТОДОР” автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге федераль дәүләт бюджет учреждениеһының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: