+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2021, 19:00

Вирус мәкерле эшен дауам итә

Коронавирус байрам тип тормай, мәкерле эшен дауам итә. Республикала Яңы йыл байрамдарының һуңғы көнөндә COVID-19-ҙан донъя ҡуйыусыларҙың берәүгә артыуы, улар һаны 155-кә етеүе мәғлүм булды.

Коронавирус байрам тип тормай, мәкерле эшен дауам итә. Республикала Яңы йыл байрамдарының һуңғы көнөндә COVID-19-ҙан донъя ҡуйыусыларҙың берәүгә артыуы, улар һаны 155-кә етеүе мәғлүм булды.
10 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда аяуһыҙ вирусты йоҡтороусылар 20 736 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә сир 165 кешелә асыҡланған.
Әле стационарҙарҙа 671 ауырыу COVID-19-ға ҡаршы дауа ала. 45-е ауыр хәлдә, 11-е – яһалма һулыш аппаратында.
Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреүселәр өйҙә дауалана. Ундайҙар – 4 430.
Үткән тәүлектә 74 кеше дауахананан сыҡҡан. Йәмғеһе 15 480 яҡташыбыҙ коронавирустан һауыҡҡан.
Табиптар аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан тыш пневмония менән ауырыусыларҙың кәмерәк булыуын билдәләй: был диагноз 181 сырхауға ҡуйылған (9 ғинуарҙа – 201, 8-ендә 207 ине). Һуңғы 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуынан 177 кеше сәләмәтләнгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: