+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2021, 16:16

Юл ноябргә тиклем ябылды

Өфөләге Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешкән урындағы юл үткәргес төҙөкләндереүгә ябылды.Юл үткәргесте төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе 2021 йылдың ноябренә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр. Артабан, 2022 йылда Ҡала көнөнә тиклем төп юлдан төшөү урындарын төҙөкләндереү буйынса комплекслы эштәр тамамланасаҡ.

Өфөләге Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешкән урындағы юл үткәргес төҙөкләндереүгә ябылды.
Юл үткәргесте төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе 2021 йылдың ноябренә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр. Артабан, 2022 йылда Ҡала көнөнә тиклем төп юлдан төшөү урындарын төҙөкләндереү буйынса комплекслы эштәр тамамланасаҡ.
Баш ҡалаға көньяҡтан һәм аэропорт яғынан инә торған көсөргәнешле сиселеш үҙенең үткәреү һәләтлелеген күпкә кәметте һәм бында йыш ҡына тығындар барлыҡҡа килә башланы. Ағиҙел йылғаһы аша Воровский урамы янында булған ике күпер араһына яңыһын төҙөү уның үткәреү һәләтен арттырасаҡ. Әммә уны юл үткәргес менән бергә ҡушырға кәрәк, кире осраҡта тығындар мәсьәләһе хәл ителмәйәсәк, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Транспорт хәрәкәтен баш ҡаланың башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков етәкселегендә оператив штаб күҙәтеүенә алған. Ул тәүлек буйына эшләй.
Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, беренсе тест көнө юл хәрәкәтен ойоштороуҙың һөҙөмтәле булыуын күрһәткән. Салауат Юлаев проспекты менән Әхмәтзәки Вәлиди урамы киҫелешендә камералар ҡуйылған. Хәҙер юл хәрәкәтен онлайн күҙәтеп була. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында “Уфанет” камераһын ҡарарға, көнүҙәк мәғлүмәт, схемалар, урап үтеү юлдары менән танышырға мөмкин.
Йәмәғәт транспортында йөрөгәндәргә юлдағы ваҡыттың оҙайыу ихтималын иҫәпкә алыу кәңәш ителә, ә автоһәүәҫкәрҙәргә урап үтеү юлдарын алдан планлаштырыу кәрәк булыр.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: