+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2021, 01:08

Ғәли Соҡоройҙың исемен халыҡҡа ҡайтарып

Бөгөн Тәтешле районында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, дин әһеле, ирәкте ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙың 195 йыллығы һәм уның эшен дауам итеүсе улы Ғарифулла Кииковтың 160 йыллығы уңайынан тантаналы саралар үтте.

Бөгөн Тәтешле районында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, дин әһеле, ирәкте ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙың 195 йыллығы һәм уның эшен дауам итеүсе улы Ғарифулла Кииковтың 160 йыллығы уңайынан тантаналы саралар үтте.
Шәхестең Иҫке Соҡор ауылындағы йорт музейында мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, Үрге Тәтешле урамдарының береһенә мәғрифәтсе исеме бирелде. Өфөнән килгән делегация ошо тантаналарҙа ҡатнашты, шағирҙың ҡәберлегенә зыярат ҡылды, музей экспонаттары менән танышты, мәсеттә булды.
Байрам уңайынан үҙәк майҙанда "Әсән-хан вариҫтары" тигән концерт программаһы булды. Унда "Арғымаҡ" төркөмө, Зәйнетдин шоу- проекты, Алтынай Вәлитов сығыш яһаны.
Концерттың тантаналы өлөшөндә Ҡара- табын ырыуының иң йәш вәкилдәре- балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә башҡорт теле ҡушымтаһы менән планшет бүләк ителде.
-Ғәли Соҡоройҙың шәхесе билдәле мәғрифәтсе, уҡытыусы Мифахетдин Аҡмулланың исеме менән бер тиң тора. Ҡыҙғанысҡа, уның исеме 1937 йылғы золомдан һуң бөтөнләй онотолған һәм уҡыу китаптарынан юҡҡа сығарылған, ижады өйрәнелмәгән. Был тарихи ғәҙелһеҙлекте беҙ тергеҙергә тейешбеҙ. Ирәкте ырыуы вәкиле, күренекле шәхес Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығына әҙерлек алып барыласаҡ һәм ул юғары кимәлдә уҙғарыласаҡ, -тине Башҡортостан Башлығы хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: