Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Бөрө районында булды. Етәксе төбәктә сәнәғәт һәм социаль объекттарҙың эшмәкәрлеге, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышты.
Бөрөлә Октябрь майҙаны һәм Ленин исемендәге скверҙың төҙөлөшө бара. Был проект 2019 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булғайны. Финанслау күләме 178 миллион һумдан ашыу, шуның 75 миллионы- федераль грант аҡсаһы.
Төҙөкләндерелгән биләмәләрҙә амфитеатр, балалар майҙансығы, ял итеү урыны буласаҡ һәм "ҡоро фонтан" урынлаштырыла.
- Эшкә комплекслы ҡарашты хуплайым. Йорттарҙың тышҡы биҙәлеше үҙгәргән, урамдар ҙа тәртипкә килтерелгән. Бөрө - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған фестивалде уҙғарыу урынына әйләнәсәк. Был иһә киләсәктә төбәктең туристик потенциалын да асасаҡ,- тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Бөрө районына сәфәрендә урындағы эшҡыуарҙарҙың предприятиеларында булды. Улар араһында "Бөрө керамика" шәхси комнанияһы хөкүмәттә уҙған "Инвест сәғәте"нә, "Аристократ" ит ярым фабрикаттары предприятиеһы "Ауыл сәғәте"ндә ҡатнашырға саҡырыу алды.
Әйткәндәй Бөрө районында 9 ғинуар икенсе тапҡыр "Бөрө билмәндәре" тигән аҙыҡ- түлек фестивале уҙасаҡ. Унда төбәк етештереүселәренең тәмле билмәндәрен ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ. "Бөрө билмәне" тигән бренд республикала һәм унан ситтә күптән билдәле. Шуға ла ойоштороусылар яңы байрам сараларында әүҙем ҡатнашырға саҡыра.