“Коллективтың үҫеш өсөн бар көсөн һалыуы ҡыуандыра. Компания айына 4,5 мең әйбер етештерә, улар республика баҙарында, шулай уҡ бөтә ил буйлап – Санкт -Петербург, Рязань, Владимир, Краснодар, Екатеринбург, Төмән, Новосибирск һәм башҡа ҡалаларҙа һатыла. Бөрө оҫталары киләсәктә айына 30 меңдән ашыу изделие етештереү кимәленә һәм БДБ илдәре баҙарына сығыуҙы, шулай уҡ эре маркетплейстар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе планлаштыра. Был башланғыстарҙы мотлаҡ “Инвестсәғәт”тәрҙең береһендә ҡараясаҡбыҙ”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.