Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәттәрҙе хәбәр итә. 8 ғинуарға ҡарата республикала вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 20 407. Аҙаҡҡы тәүлектә COVID-19 165 ауырыуҙа раҫланған.
Әлеге мәлдә стационарҙа дауаланыусылар – 699. Ауыр хәлдәгеләрҙең яйлап ҡына кәмей барыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәй: өсөнсө көн улар – 50, кисә 48 ине, бөгөн – 46.
4 203 ауырыу өйөндә дауалана.
Тәүлек эсендә COVID-19-ҙан 16 кеше һауыҡҡан. Вирус ябырыла башлағандан бирле йәмғеһе 15 351 кеше унан сәләмәтләнгән.
Үкенескә күрә, коронавирус арҡаһында өҙлөгөүҙәрҙән йәнә ике яҡташыбыҙ донъя ҡуйған. Шулай итеп, шәфҡәтһеҙ сир ҡорбандары 154-кә етте.
Министрлыҡ үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәр хаҡында ла мәғлүмәттәр килтерә: һуңғы тәүлектә пневмония 207 ауырыуҙа асыҡланған, 182 кеше унан ҡотолоуға ирешкән.