+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2021, 16:18

Тельман Әминевты юғалттыҡ

Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы, химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы Тельман Ғәзиз улы Әминев вафат.

Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы, химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы Тельман Ғәзиз улы Әминев вафат.
Өфө ҡалаһының 10-сы урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлағандан һуң ул Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында уҡый, аспирантура тамамлай. Шунда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Тельман Әминев- ҡаты есемдәге физик химия өлкәһендәге танылған белгес. Ғалим хаҡындағы тулы мәғлүмәттәрҙе башҡортса Википедияла табырға мөмкин.
Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ һуңғы йылдарҙа социаль селтәрҙәрҙә бик әүҙем тормош алып барҙы, милләттәштәре менән аралашты, иҫтәлектәре, әсәһе-Зәйнәб Биишеваның һирәк фотолары менән бүлеште, ғаиләһе, атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ғәзиз Әминев хаҡындағы ҡайһы бер мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Шунда профессор дәрәжәһендәге шәхестең үтә ябай, асыҡ булыуын һиҙгәндер селтәрҙә ултырыусылар. Ул үҙенә төбәлгән һәр бер һорауға ихлас яуап бирә торғайны, ысын күңелдән шатлана белә торған ҙур кеше ине.
Күренекле яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишеваның вариҫы, үҙе лә төплө, оло ғалим, әммә баҫалҡы, ябай кеше булған Тельман Әминевтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, урындары йәннәттә булһын....
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: