Республикала үткән тәүлектә 254 ауырыуға дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған, 168 кешелә коронавирус асыҡланған. COVID-19 инфекцияһын йоҡтороусылар йәмғеһе 19 910 иҫәпләнә.
Бөгөнгө көндә 749 сирле стационарҙарҙа коронавирусҡа ҡаршы алыша. 51-е һаман да ауыр хәлдән сыға алмай. Үҙ аллы тын алыуы ҡыйынлашҡан 11 сырхауҙы яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар.
Сиргә ул тиклем ныҡ бирешмәйенсә, өйөндә дауаланыусылар – 3 731.
Тәүлек эсендә 87 кеше дауахананан ҡайтҡан. Дөйөм алғанда, коронавирус инфекцияһынан ҡотолоусылар – 15 281.
Башҡортостанда COVID-19-ҙан вафат булыусылар 149 булып киткән: зәһәр вирус йәнә ике ғүмерҙе өҙгән...