+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 20:12

Яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуы күҙәтеүгә алынды

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһында, уҙған йылдың декабрь айындағы яғыулыҡ хаҡтары буйынса кешеләрҙең дәғүәләре ҡаралған. Палатаның инфроструктуралар һәм биләмәләр үҫеше, хәүефһеҙлек һорауҙары, торлаҡ -коммуналь хужалығы, траснпорт һәм юл хужалығы буйынса тармаҡлы комиссияһы бөгөн ашығыс рәүештә ултырыш үткәрҙе.

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһында, уҙған йылдың декабрь айындағы яғыулыҡ хаҡтары буйынса кешеләрҙең дәғүәләре ҡаралған. Палатаның инфроструктуралар һәм биләмәләр үҫеше, хәүефһеҙлек һорауҙары, торлаҡ -коммуналь хужалығы, транспорт һәм юл хужалығы буйынса тармаҡлы комиссияһы бөгөн ашығыс рәүештә ултырыш үткәрҙе.
Комиссия ағзаһы Роза Хузина билдәләүенсә элек- электән аҙыҡ һәм торлаҡ кеше өсөн иң мөһиме. Ошо өлкәгә ҡағылған проблемалы һорауҙарҙың барыһы ла әһәмиәтле булып ҡала.
-Ысынлап та үткән айҙағы яғыулыҡ өсөн иҫәпләүҙәр кешеләрҙә борсолоу тыуҙырҙы. Социаль селтәрҙәрҙә асыулы, дәғүәле яҙмалар урынлы. Сөнки ҡайһы берәүҙәргә яғыулыҡ өсөн хаҡ икеләтә артып килгән. Кемдер элек 3-4 мең түләһә, хәҙер ул хаҡ 6 меңгә барып баҫа.
Мин граждандарға, күп фатирлы йорттар милекселәре йәмғиәтенә берләшергә һәм килеп тыуған проблеманы берлектә хәл итергә саҡырам. Әгәр ҙә проблемалар тейешле органдарҙа хәл ителмәй икән, граждандарға үҙ хоҡуҡтарын республиканың торлаҡ- коммуналь хужалығы министрлығында яҡларға тура киләсәк.
Республиканың йәмәғәт палатаһы был хәлде күҙәтеүгә алды. Палата рәйесе Ростислав Мырҙағолов әйтеүенсә, проблеманың иң ҙуры- хаҡты автоматик рәүештә иҫәпләүсе модем барлыҡ йорттарҙа ла ҡуйылмаған.
-Өфөлә бындай йорттар бер-нисәү, бына уларҙа хаҡ шартлыса бер меңгә түгел, ә 300 һумға артыуы мөмкин. Иҫәпләү приборы булмаған йорттарҙа тариф юғары норматив буйынса һанала һәм ул йылы биреүселәргә генә отошло. Бер модемдың хаҡы 10 мең һумға барып төшә. Граждандарҙың сығымдарын кәметеү маҡсатында, республика һәм БашРТС ойошмаһынан модемдар ҡуйыу өсөн өҫтәмә аҡса һораясаҡбыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: