+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 14:35

Тыйылған, тимәк тыйылған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 3-сө ғинуарҙан республика сауҙаларында спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнгән. Указ үҙ көсөнә ингән тәүге көндә ул бөтөнләй һатылмаһа, 4, 5, 6 ғинуарҙа алкоголь сикләнгән режимда сауҙаға сығарыла. Йәғни эсемлектәрҙе 10-н- 14 сәғәткә тиклем генә һатып алырға мөмкин.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан тыйыу режимын боҙған сауҙа нөктәләре лә бар. "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең "Хәүефһеҙ республика" проекты ағзалары алкоголь эсемлектәр һатҡан нөктәләрҙе асыҡланы. Улар Өфөлә 15 урында рейд тикшереүе үткәрҙе. Нижегородка биҫтәһендәге рейд барышы проект ағзалары һәм һатыусы араһындағы низағ менән тамамланған. Тыйыуға ҡарамаҫтан араҡы һатҡан ханым үҙен бик дорфа тота, фирҡә ағзаларына ташлана. Унда полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырырға мәжбүр булалар.
-Дөйөм алғанда күп ерҙәрҙә "ҡоро закон" ғәмәлдә ҡала. Сөнки сауҙа селтәрҙәренә ҡараған магазиндарҙа махсус программа алкоголь эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләй. Ә бына шәхси нөктәләрҙә ул юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, закон һәр кем өсөн бер, указдың үтәлешен барыһы ла күҙәтергә тейеш. Рейд күрһәтеүенсә, сауҙа нөктәләрендә һатып алыусылар өсөн мәғлүмәттәр эленгән, араҡы кәштәләре махсус пәрҙә менән ябылған, ә тыйыуҙы боҙған нөктәләргә ҡарата административ яуаплылыҡ ҡаралған, -тине "Хәүефһеҙ республика" проектының төбәк йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Денис Михайлов.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: