+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 15:14

"Пышка" компанияһына яңы хужа килеүе мөмкин

Өфөлә билдәле "Пышка" кулинария селтәрҙәре хужабикәһе Рәсимә Мусина хаҡлы ялға китеүен белдергән. Ул 21 йыл буйына үҙе асҡан селтәрҙе етәкләгән һәм ошо арауыҡ эсендә байтаҡ технология процесстарына нигеҙ һалған башҡорт эшҡыуары.

"Пышка" компанияһының генераль директоры Рәсимә Мусинаға әле 71 йәш. Ул оҙаҡ йылдар йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшләгән. Яңы йыл алдынан коллегалары һәм ҡала халҡына мөрәжәғәтендә, үҙенең олуғ йәштә булыуын һәм ял итергә кәрәклеген билдәләгән.
- Миңә туҡтарға ваҡыт етте. Ошоға тиклем уҡылмаған китаптар, йырланмаған йырҙарым көтә мине. Үҙем өсөн дә йәшәргә кәрәк,-тигән Рәсимә ханым.
Билдәле булыуынса, Рәсимә Мусина Өфөлә "Пышка" кулинария селтәрҙәре төҙөгән, унда үҙенең шәхси технологияһын булдырған һәм ошо исемдәге тауар билдәһен алған эшҡыуар ханым. "Пышка"ның төрлө аҙыҡтарын, торттарын, татлы ризыҡтарын бөгөн кемдәр генә яратып ашамай. Рәсимә Мусина шулай уҡ компанияны башҡа милеккә биреүен дә билдәләгән.
- "Пышка" элек- электән сифат өсөн көрәште. Яңы хужалар ҙа үҙенең эшен ошо йүнәлештә дауам итер тип ышанам,- тигән ул
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: