Өфөлә үткән "Ҡарһылыуҙар парадын"да республика төбәктәренән килгән 400-ләп кеше ҡатнашты. Парадта Асҡын, Иглин, Нуриман, Шишмә, Баҡалы, Бөрйән, Миәкә, Ҡараиҙел, Баҡалы райондары, Дәүләкән Яңауыл, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Сибай, хатта Силәбенең Әшә ҡалаһынан килгән конкурсанттар ҙа бар ине.
Алдан билдәләп китеүебеҙсә, тантаналы парадҡа шоу- бизнес йондоҙо Анна Семенович саҡырылғайны. Уны баш ҡала урамдары буйлап атта ултыртып йөрөттөләр. Рәсәй йондоҙона Өфөлә һауа торошоноң һалҡын булыуы ғына оҡшаманы. Ул парад башында, атта барған ваҡытта үтә өшөүен билдәләне.
Ҡарһылыуҙар береһенән- береһе уҙҙырып үҙенсәлекле костюмдарҙа килгән ине. Сөнки төп приз -100 мең һум аҡса. Гран- прины Азалия Чанышева яуланы, төрлө номинацияларҙа Асҡын Ҡарһылыуы Динара Ғилфанованы "Иң яҡшы этник костюм" хужабикәһе булараҡ билдәләнеләр. Ә алты йәшлек Эмилия Фәйзуллина "Иң бәләкәстәр" номинацияһында еңеүсе булды. Шулай уҡ баһалама ағзалары Дүртөйлө районы һәм Күмертау ҡалаһы командаларын билдәләп үтте.