+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 18:56

20 меңгә етеп киләләр

Тәүлек эсендә мәкерле сир 170 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан.

Пандемия башланғандан бирле республикабыҙҙа COVID-19 вирусын эләктереүселәр 20 меңгә етеп килә, теүәлерәк итеп әйткәндә, 19 742. Тәүлек эсендә мәкерле сир 170 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан.
Әлеге ваҡытта 713 ауырыу стационарҙа ята. Шуларҙың 51-енең хәле һаман да ауыр килеш ҡала, тип билдәләй табиптар. Участка табибы күҙәтеүе аҫтында өйөндә дауаланыусылар – 3 668.
Үткән тәүлектә 15 кеше дауахананан сығарылған. Коронавирустан сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 15 194.
Аҙаҡҡы тәүлектә был сирҙән үлем осраҡтары теркәлмәгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм вирус тарала башлағандан алып барлығы 147 яҡташыбыҙҙың вафат булыуын билдәләй.
Министрлыҡта шулай уҡ үпкәһе ялҡынһынған сырхауҙарҙың һанын да әйтеп үттеләр: уҙған тәүлектә пневмония 267 сирлелә табылған, 245 кеше унан һауығыуға өлгәшкән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: