-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 18:30

Яҡындарығыҙҙы тәмле аштар менән һыйлағыҙ

Башҡортостан Юлдаш каналы "Яңылыҡтар" бүлегенең журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлдәриә Йосопова байрам табынына әҙерләгән ризыҡтарының рецептары менән дә бүлеште.-Ҡайһы хужабикә үҙенең ғаиләһен төрлө ҡамыр аштары менән һыйларға яратмаһын! Беҙҙең ғаиләлә лә балалар яратҡан, минең әҙерләгәнде генә көткән тәмлекәстәр күп. Ҡаймаҡ торты, ҡоймаҡ һәм ҡыҫтыбый, төрөлгән вафли һәм башҡа төм-томдарҙы яратып ашайҙар.

-Ҡайһы хужабикә үҙенең ғаиләһен төрлө ҡамыр аштары менән һыйларға яратмаһын! Беҙҙең ғаиләлә лә балалар яратҡан, минең әҙерләгәнде генә көткән тәмлекәстәр күп. Ҡаймаҡ торты, ҡоймаҡ һәм ҡыҫтыбый, төрөлгән вафли һәм башҡа төм-томдарҙы яратып ашайҙар. Пиццаны ғына бешерергә өйрәнә алмай аптыраным. Ниндәй генә рецепт буйынса ҡамыр баҫып ҡарама, мейескә ҡуйғас ҡата ла ҡуя ине. Бәхеткә, бер әхирәтемдең сит ил фирмаһы етештергән һауыт-һаба презентацияһына алып барыуы был ҡыйынлыҡты ла хәл итте.
Ошо исем туйында бер ханым, һатыуға тәҡдим ителгән һауыт-һаба ярҙамында, ҡулы менән бөтөнләй ҡамырға ҡағылмай күҙ алдында тәмле итеп пицца бешереп күрһәтте. Ентекләп ҡарап ултырҙым да, өйгә ҡайтып үҙем дә эшләп ҡараным. Ҡамыр өсөн 400 миллилитр самаһы һыу, бер аш ҡалағы ҡоро сүпрә, бер аш ҡалағы шәкәр һәм бер сәй ҡалағы тоҙ алына. Уларҙы йылымыс һыуға һалып бутағас, сүпрәнең һыу өҫтөнә сыҡҡанын көтөгөҙ. Һуңынан 4 стакан он, ҡамыр ойошҡас ярты стакан самаһы үҫемлек майы һалып тағы баҫырға. Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға. Бындай ҡамыр пиццаның эслеге әҙерләнгән арала ҡабарып та сыға. Йәйелгән ҡамыр өҫтөнә томат соусы һылайбыҙ, һуңынан помидор, татлы борос, колбаса киҫәктәрен матур итеп теҙәбеҙ. Тоҙло ҡыяр киҫәктәре лә өҫтәйбеҙ. Эслек өҫтөнә сыр ҡырып һалабыҙ, майонез һөртөргә лә мөмкин. Ләкин мин һуңғы йылдарҙа майонездан баш тартып, сыр менән генә сикләнәм, иң һуңында пиццаны ваҡлап туралған әнис менән биҙәйбеҙ ҙә, бер аҙ ҡабартҡас, духовкала 180 градуста 25-30 минут бешерәбеҙ. Яңы йыл өҫтәленә әлбиттә, алма тултырылған ҡаҙ әҙерләйем, традицион оливье менән винегреттан тыш, интернеттан өйрәнгән салаттарым да бар. Байрамда ҡапыл ҡунаҡ килгәндә тиҙ генә "осоп барған тауыҡ" әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы тауыҡты һәйбәтләп йыуып, самалап тоҙ, тәмләткестәр менән ыуабыҙ . 0,7 миллилитрлыҡ банкаға тултырып тиерлек һалҡын һыу, өҫөнә бер-ике аш ҡалағы 9 процентлы уксус ҡоябыҙ. Артабан тауыҡты ошо банка өҫтөнә осоп барған кеүек итеп ултыртабыҙ ҙа 50 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ. Бешкән тауыҡты ипләп кенә банканан айырып алабыҙ, уны өлөштәргә бүлеп, эргәһенә картуф ҡуябыҙ, салат менән биҙәйбеҙ. Яңы йыл төнөндә куранттар һуҡҡас, өй ишеген асып, Яңы йылды рәхим ит, тип индереү йолабыҙ бар. Был йоланы мотлаҡ ғаиләләге иң кесе кеше атҡара. Бәләкәстәргә лә, өлкәндәргә лә Яңы йыл бәхет килтерһен!
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: