+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 18:59

Туҡта, алама вирус!

Башҡортостанда 2 ғинуарға ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 19 403 тәшкил итә.

Башҡортостанда 2 ғинуарға ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 19 403 тәшкил итә. Үткән тәүлектә тағы ла 169 ауырыу өҫтәлгән.
Республика стационарҙарында әлеге мәлдә 741 сирле COVID-19-ға ҡаршы дауа ала. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 3 361.
Аҙаҡҡы тәүлектә өс кеше дауахананан сыҡҡан. Төбәгебеҙҙә коронавирустан һауығыусылар барлығы – 15 156.
Һуңғы 24 сәғәттә аяуһыҙ инфекциянан үлем осраҡтары теркәлмәгән. Пандемия башланғандан алып унан барлығы 145 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.
Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 307 сырхауҙа асыҡланған, 252 кеше, был сирҙән сәләмәтләнеп, дауахананан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: