Башҡортостанда хаҡлы ялдағылар өсөн йәшәү минимумы арттырыла. Был туралағы документҡа Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Указ 2021 йылдың 8 ғинуарында үҙ көсөнә инә. Был көндән алып хаҡлы ялдағыларға 9 605 һум күләмендәге йәшәү минимумы үҙ көсөнә инә. Элек был сумма 8 649 һум ине.
Әммә уға, пенсия аҡсаһы йәшәү минимумынан да түбән булған, эшләмәгән оло йәштәгеләр генә дәғүә итә ала.